Руслан Рәмил улы Белорет районы Әзекәй ауылынан. Бала саҡтан тыуған ерен һөйгән Руслан ауыл мәктәбендә уҡый, Белореттың 26-сы һөнәрселек училищеһында эшсе һөнәренә эйә була. Армияға саҡырылып, Читалағы хәрби частә хеҙмәтен үтәй. Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша һалдат, ауыр һынауҙарҙа сынығыу үтә, кесе сержант званиеһын ала. Армиянан һуң уға “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” статусын бирәләр.
Тырыш яҡташыбыҙ Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөгәндә махсус хәрби операция иғлан ителә. Намыҫлы, илһөйәр Руслан Рәмил улы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, яу һынауын үткәнмен, тәжрибәм бар, илде мин һаҡламаһам – кем һаҡлар, тип, Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән 2023 йылдың сентябрендә контрактҡа ҡул ҡуя. Шулай итеп ул фронтҡа китә. Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальондың гранатометсыһы булып хеҙмәт иткән башҡорт егетенең позывнойы ябай ғына - "Баймух".
Һуғыш осоронда өс тапҡыр бирелгән ҡыҫҡа ваҡытлы ялдың икеһендә тап Яңы йыл алдынан тыуған ауылына ҡайтыуы – үҙе бер бәхет! “Баймух”тың үҙе өсөн дә, яҡындары, ауылдаштары өсөн дә! Бөтә ауыл менән ҡолас йәйеп, ихлас күңелдән ҡыуанып ҡаршылайҙар шәп егетте, ҡабаттан фронтҡа юлланғанында изге теләктәр теләп оҙаталар. Шулай тәрән хөрмәт итәләр уны. Сөнки Руслан Рәмил улы күркәм холҡо менән күптәнән ихтирам яулаған үҙ кеше. Уны белгән һәр кем Баймөхәмәтовтың изге күңелле, аралашыуҙа ябай, ярҙамсыл, йомарт булыуын телгә ала.
Ауылына ҡайтыу менән егет мотлаҡ Әзекәй башланғыс мәктәбенә барып сыға, ауылдаштары, уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Буш ҡул менән йөрөмәй яугир, ҡасандыр үҙе белем алған мәктәбенә лә, әлеге ваҡытта ҡыҙы уҡыған Яныбай Хамматов исемендәге гимназия уҡыусыларына ла бүләктәрен тейәп бара. Бынан тыш мәктәптә һәм ауыл клубында шыршы байрамын да ойошторорға ярҙам иткән.
Үҙ ирке менән илде һаҡларға махсус хәрби операцияға барған Руслан Рәмил улына һәм башҡа яугирҙарыбыҙға хеҙмәттәре өсөн оло рәхмәт! Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/beloradm