Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2025, 10:35

Рәил Өмөтбаев Татарстанды яуларға уйлаймы?

Йырсы бер әңгәмәһендә, Татарстанға сығыу – яҡшы күренеш булыр ине, тип тә әйткән ине.

Рәил Өмөтбаев Татарстанды яуларға уйлаймы?Рәил Өмөтбаев Татарстанды яуларға уйлаймы?
Рәил Өмөтбаев Татарстанды яуларға уйлаймы?

 

Рәил «Интертат» сайтына интервьюһында ла ошо  хаҡта һөйләгән ине:

 «Татарса йырлауҙың бер ҡатмарлығы ла юҡ. Туғандаш телдәр бит инде. Беҙҙең яҡта  татар артистары бик күп. Улар менән яҡындан аралашабыҙ. Татар йырсылары менән дуэттарым бар, уларға йырҙар ижад итәм. Улар ҙа: «Һинең бер ниндәй ҙә акцентың һиҙелмәй», — тип маҡтап торалар.

Татарса йырҙарҙы башҡорт телендә лә сығарам. Татар артистары, мәҫәлән, Гүзәл Уразова, Әнүәр Нурғәлиевҡа ижад ителгән йырҙарҙы, улар татарса, үҙем иһә башҡортса башҡарам.

Татарстанға сығыу бик яҡшы күренеш булыр ине. Публиканы арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Яңы горизонттар ҡыҙыҡтыра, әлбиттә. Әгәр кеше тырышһа, татарса альбом сығарырға, клип төшөрөп ротацияға бирергә лә мөмкин. Бәлки яҡын киләсәктә тырышып ҡарарбыҙ», – тине ул.

 

Рәилгә  Татарстанда ла юғары үрҙәр яуларға яҙһын!  

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас