Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2025, 18:11

Башығыҙ ҡайҙа, кешеләр?!

Башҡортостанда мутлашыусылар тәүлек эсендә 5 миллион һумдан ашыу зыян килтергән.

Башығыҙ ҡайҙа, кешеләр?!Башығыҙ ҡайҙа, кешеләр?!
Башығыҙ ҡайҙа, кешеләр?!

Эске эштәр министрлығы органдарына мутлашыу тураһында 31 ғариза килә.

Өфөнән 29 йәшлек ҡатын "финанс аналитик"ка ышанып, 3,5 миллион һум юғалта: ир инвестициялар аша тиҙ табыш вәғәҙә итә. Ҡатын сайтта теркәлә, шылтыратыусының күрһәтмәләре буйынса иҫәп-хисабын тулыландыра, әммә бөтә алдаҡ булып сыға.

Икенсе осраҡ Мәсетле районында йәшәгән 49 йәшлек ир менән булған. Мутлашыусы үҙен "элемтә компанияһы хеҙмәткәре" тип таныштырып, ирҙе паспорт мәғлүмәттәрен бирергә күндерә, ә һуңынан енәйәтселәр уның исеменә кредит алып, 1,5 миллион һум аҡсаһын урлай.

Полиция иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса, шәхси мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ, смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы әйтмәгеҙ. Мутлашыусылар шылтыратһа, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас