Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2025, 09:00

Ҡаһармандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

   Шишмә районынан «Мага» позывнойлы яугир Жуков миҙалы менән бүләкләнгән.

Ҡаһармандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!Ҡаһармандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаһармандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

 Был юғары награда яуҙа батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткән хәрбиҙәргә бирелә.

«Мага» илдә  өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән хәрби комиссариатҡа барған һәм повестка алған. Алғы һыҙыҡта йөрөүенә өсөнсө йыл.

Хәрбиҙең шевроны Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Әзербайжандың берҙәмлеген символлаштыра.  

«Минең өсөн Тыуған ил  – Рәсәй генә түгел, элекке СССР составына ингән 15 республика ла. Беҙ бергә булырға тейешбеҙ», – ти яугир.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас