Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2025, 12:25

19 мәйет табылған

Яҡындарына түҙемлек бирһен, Хоҙай.

19 мәйет табылған19 мәйет табылған
19 мәйет табылған

Былтыр Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙең 19 мәйете табылған. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

 «2024 йылда 124 кешене рәсми рәүештә эҙләү иғлан ителде. Уларҙың 46-һы – тере килеш, 19 мәйет табыла. 59 кеше эҙләүҙә», – тиҙәр ведомствола.

Полиция хеҙмәткәрҙәре республика халҡының өйҙән китеүенең төп сәбәбен яҡындары араһындағы бәхәстәр һәм аңлашылмаусанлыҡтар тип атай.

Йыш ҡына эҙләүгә тап үҫмерҙәр эләгә, улар конфликттарҙан һуң өйҙәренән сығып ҡаса.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас