Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2025, 12:34

Һәр янғын - фажиғә

Йәкшәмбе көнө янғындарҙа өс кеше йәрәхәтләнгән.

Һәр янғын - фажиғәҺәр янғын - фажиғә
Һәр янғын - фажиғә

Иртән Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы проспектында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре янған металл вагонды, кеше йәшәмәгән йортто, ВАЗ 2109 һәм ИЖ КОМБИ автомобилдәрен һүндерә.

Янғын һөҙөмтәһендә 46 йәшлек ҡатын һәм 58 йәшлек ирҙең тәне ныҡ бешкән. Хәҙер улар дауаханала ята.

Бер нисә сәғәттән Белоретта шәхси йортта иҙән яна. Утты һүндерергә маташҡан 50 йәшлек ҡатындың тәне бешкән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүселәре янғын сәбәптәрен асыҡлай. 

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә янғын һүндереүселәр 46 янғынды һүндерә (уларҙа ике ир һәләк була һәм өс кеше йәрәхәтләнә). Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаларына 31 тапҡыр йәлеп ителә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

Һәр янғын - фажиғә
Һәр янғын - фажиғә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас