Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2025, 16:30

Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!

Альбина Ғәлиева яҙа: "Йәшлек" гәзите иғлан иткән Ғилман Ишкинин шиғырҙарын башҡарыу видеоконкурсында ҡатнашырға йөрьәт иткәйнем. Шағирҙың ижады күңелемә яҡын булғанға. Бүләкләү тантанаһына саҡырыу алһам да, бара алманым - Ейәнсура яҡын ара түгел шул . Бөгөн Айлибану Кагарманова ҡулынан почти рәсми рәүештә дипломды һәм бүләктәрҙе алып һөйөндөм, түбәм күккә тейҙе! Шул тиклем затлы бүләктәр әҙерләгәндәр! Хан ҡыҙылай булып йөрөрмөн инде хәҙер Учалым буйлап . Матур бәйге ойоштороусыларының һәр кеменә, "Йәшлек"тәргә, гәзиттең редакторы Артур Хәсән улы Дәүләтбәковҡа, иҫ китмәле бүләктәр әҙерләүселәргә - "Мосафир" оҫтаханаһы етәксеһе Азамат Юлдашбаевҡа, "БашАрт" фирмаһы һәм башҡа бағыусыларға, бүләктәрҙе Өфөнән килтереп еткеҙеп, шәп мәҡәлә яҙып та өлгөргән Айлибаныу апайға ҙур-ҙур РӘХМӘТ! Мине ҡыуандырғандан мең тапҡыр арттырып, шатлыҡ-ҡыуаныстар яуҙырһын Аллаһы Тәғәлә! Ғаилә именлеге, һаулыҡ-сәләмәтлек һәм һәр ерҙә уңыштар һәм бәрәкәт теләйем!"

Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!
Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!

Хазина

Ғилман Ишкинин шиғырҙарын һөйләүселәр араһында “Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай алыҫ аралар, ай, йыраҡ...” тип аталған ижади бәйгелә 1-се урынды яулаған Учалы ҡыҙы Альбина Ғәлиева булмышы менән тотошлай ғына хазина. Ул бихисап таланттар эйәһе - нимәгә тотонһа ла, булдыра, хәленән килә, сынъяһау итеп эшләй.

Ғәжәп рухлы, бай күңелле, тәрән аҡыллы, алтын ҡуллы Альбинаның республиканың көнсығыш сигендәге таусылар ҡалаһында йәшәүенә аптырап та ҡуйыла. Уға бит киңлек, иркенлек, ҡанаттарын йәйеп ижад итерлек ерлек, ян-яғында һәләттәрен тейешенсә баһаларлыҡ, уның көсөн, аҡыл-зиһенен аңларлыҡ, үҙе кеүек бейек осҡан шәхестәр кәрәк! Ипле холоҡло, аралашыуҙа ябай, ихлас кешенең ҡеүәтле потенциалын тойһағыҙ икән! Ләкин ул ни бары бәләкәй генә ҡалала ҡалған, ошо яҙмышты һайлаған.

Бөйҙө мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған Альбина Өфөлә белем алырға атлыҡһа ла, ситкә китә алмай, БДУ-ның Учалы факультетына документтарын тапшыра. Рус мөхитендә үҫеп, 10-сы синыфта Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат" әҫәре аша туған телен ныҡлап өйрәнергә ҡарар иткән ҡыҙ БДУ-ның Учалы факультеты деканы Зилә Рәхмәтуллина арҡылы философия менән мауыға, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә иғтибары, һөйөүе арта. Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы студенттарға “Урал батыр” эпосының гениаллеген, тәрәнлеген аса, Альбинаға шуның буйынса диплом эшен яҙырға тәҡдим итә. Кеше йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөргә яратмай, ауыр, кәртәле булһа ла, үҙ юлы менән барыуҙы хуп күргән студент ҡыҙ, был бит күңелһеҙ, тапалып бөткән тема, тип бошона. Шуға ла эпосты ҡат-ҡат уҡый, өйрәнә, тикшерә. Һәм бер көндө уның зиһене яҡтырып киткәндәй була - оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һуң “Урал батыр” ныҡышмалы ҡыҙға өр-яңынан, бөтөнләй икенсе яҡтан асылып китә лә, хайран итә. Ошо асыш тулҡынында Альбина диплом эшен илһамланып яҙа, уны уңышлы яҡлай һәм... һәләтле студентҡа бейек үрҙәр юраған уҡытыусыларын шаңҡытып, сит милләт кешеһенә кейәүгә сыға, ҡыҙ бала таба. Ғаилә хаҡына үҙенең фәнни киләсәгенән баш тартҡан Альбина икенсегә ауырға ҡалғанда, һөйгәне менән юлдары айырыла. Яңғыҙы ике бәләкәй бала тәрбиәләргә мәжбүр булған йәш әсәнең ғилемгә тартылышы һүнмәй-һүрелмәй һәм уны ҡурсалаған юғары көстәр, булмышыңа хыянат итмә, һәләтеңде ергә күммә, һинең урының үрҙә, тип яңы форсат тыуҙыра. Юғары уҡыу йортон тамамлағанға дүрт йыл тигәндә, ул бер көндө Учалы факультетына Алсыу Хәйруллинаға шылтырата, һәм уҡытыусыһы уны Сибайҙа “Урал батыр” эпосы буйынса үтәсәк фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға саҡыра. Сикһеҙ сарсағанда тере һыуҙы уртлағандай ҡыуанған Альбина сарала уңышлы сығыш яһай. Шуға тиклем Интернетта Рәсәй дәүләт гуманитар университетының йәйге мәктәп-конференцияһын ойоштороуы тураһында иғланды күреп, ҡатнашырға теләген белдереп ғариза яҙған була ул. Конференцияла сағында электрон почтаһына мәсьәләләр килә, уларҙы өс аҙнала сисергә кәрәк, тиелә. Сибайҙа үҙ-үҙенә ышанысы артып, Учалыға дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтҡан Альбина биш мәсьәләне лә өс көндә сисеп, яуаптарҙы ебәрә.

- Бер аҙҙан миңә университеттың уҡытыусыһынан хат килде, - тип һөйләне ошо турала. - Баҡтиһәң, мин ул төҙөгән мәсьәләне барыһынан да яҡшыраҡ сискәнмен икән, шуға ла ул миңә, һеҙҙә лингвистик анализға һәләт бар, беҙгә уҡырға инергә теләгегеҙ юҡмы, тип яҙған. Теләгем бар ҙа ул, тик балаларым бәләкәй, тип яуапланым. Улар кескәй саҡта үрҙәрҙе яулар кәрәк тә инде, тигән хат килгәс, уйға баттым. Аҙна-ун көндән мин саҡырыу ҡағыҙы буйынса Мәскәүгә конференцияға юлландым. Шул барыуымда буласаҡ ғилми етәксемдең кәңәшен тотоп, “Фольклористика һәм мифология” специальносы буйынса Рәсәй дәүләт гуманитар университетының магистратураһына уҡырға индем.

Тик ҡатмарлы лингвистик мәсьәләләрҙе “ыһ” та итмәй сискән, тел ғилемендә юғары дәрәжәләргә ирешерлек абруйлы ғалим була торған кеше ғаиләне, әсәлек бәхетен һайлай. Ҡанаты аҫтында, ҡосағында иң оло байлығы – ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле ете балаһы: Мәликә, Зәфәр, Суфия, Сәлимә, Аҡсура, Гәлсәр, Йәннәт. Улар башҡорт телендә иркен һөйләшә, Альбина ойошторған “Ҡусҡар” балалар медиастудияһының алыштырғыһыҙ алып барыусылары. Башҡорт телендәге ижади бәйгеләрҙән ситтә ҡалмай, 2023 йылда "Тамыр" каналы үткәргән "Атайсал. Беҙҙекеләр" республика медиапроекттар бәйгеһендә Гран-при яуланылар. Зәфәр тренеры Артур Хәсәнов етәкселегендә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә, байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәй кимәлендәге турнирҙарҙа еңеүҙәргә өлгәшә. Балаларым тамырҙарынан айырылмаһын, туған телендә аралашһын, өйөбөҙҙә һәр нәмә башҡортлоғобоҙҙо сағылдырһын, тип һанаған 9-сы полилингваль мәктәбе педагогы Альбина Шәфҡәт ҡыҙы ҡайҙан ваҡыт табалыр, әммә ҡорамалар ҙа ҡорай, милли кейемдәр, сарыҡтар ҙа тегә, һөлгөләр ҙә сигә, урын тартҡылары ла яһай. Халыҡ-ара “Тамға”, республика “Йыл һөнәрселәре”, "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә" һәм башҡа төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, уңыштар ҡаҙанған һылыу, нәфис, зауыҡлы йәш ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Һис ҡасан китаптарҙан айырылмаған замандашыбыҙҙың Ғилман Ишкинин шиғырҙарын һөйләүселәр араһында үткәргән бәйгелә лә беренселеккә сығыуы - тырышлығы, ижади һәләте һөҙөмтәһе, хазиналарға алыштырғыһыҙ нурлы булмышының яҡты сағылышы.

Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!
Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!
Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!
Рәхмәтегеҙгә ҙур рәхмәт, Альбина һылыу!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас