Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2025, 07:20

Гөлназ Асаеваның маҡтаулы исемен күрә алмайҙар!

Әле һаман маҡтаулы исемгә бәйле тауыш һәм зыҡ ҡубыш дауам итә.

Гөлназ Асаеваның маҡтаулы исемен күрә алмайҙар!Гөлназ Асаеваның маҡтаулы исемен күрә алмайҙар!
Гөлназ Асаеваның маҡтаулы исемен күрә алмайҙар!

Хәтерләйһегеҙме, «Татар йыры» фестивалендә Гөлназ Асаеваны маҡтаулы исемен әйтмәгәнгә тауыш сыҡҡайны. Ул әле лә дауам итә.

Гөлназ сараны алып барыусы Айрат Ильясовты, шоу барышында уның Башҡортостандың атҡаҙанған артисы статусын күрһәтмәү өсөн «түбән квалификациялы»,  белгес тип атаны.

Яңыраҡ  алып

барыусы үҙенең ҡарашын TMTV телеканалы эфирында белдерҙе: "Гөлназды беҙ быға тиклем үҙебеҙҙеке итеп ҡабул иттек. Мин уны шоуға ла  үҙем саҡырҙым...  Үҙ башыма саҡырғанмын икән. Ул сәхнәгә сыҡҡас: "Заслуженная тип әйтергә ярамаймы?", –тип һораны. мин аптырап ҡалдым", - ти Айрат.

Һуңынан

ул миңә смс- хәбәрҙәр яҙҙы. Мин уға: "Мин һинең фанатың түгел, һинең ниндәй дәрәжәң барлығын һәм нимә эшләгәнеңде ҡайҙан беләйем? Әгәр берәй нәмә әйтергә теләһәң, килеп әйт», – тинем яуап итеп. Әммә бындай конфликттарҙы ойоштороу... Ярай, ул үҙе белә», – ти сараны ойоштороусы.

Гөлназ

Асаева социаль селтәрҙә: « «Татар йыры», дөйөм алғанда, матур булды, әммә күңелһеҙ мәлдәр барыбер булды, тип яҙа. Артисты көлөп иғлан итеү - ул "түбәнгә төшөү. Айырыуса ошондай кимәлдәге сарала. Уларҙың тәртибе, тоны — быларҙың барыһы ла әҙерлекһеҙлек тураһында һөйләй. "Татар йыры " кимәлендәге сара " банкет кимәлендәге "шаяртыуҙар менән боҙолмаҫҡа тейеш", — тигәйне.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас