Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2025, 09:34

Өфөлә тағы ер ишелгән

Бөгөн баш ҡаланың Бехтерев урамында ярыҡ барлыҡҡа килгән. Тиҙ арала авария хеҙмәте саҡырылған. Өфөлә ер ишелеү тәүгә түгел инде.

Өфөлә тағы ер ишелгәнӨфөлә тағы ер ишелгән
Өфөлә тағы ер ишелгән

Бехтерев урамындағы 16-сы йорт янында хасил булған ярыҡ. УГЗ-ның (Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығы) матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, бер аҙна элек бында һыу аҡҡан булған. Һыу туң тупраҡты иретеп йыуып алып киттеме икән?

Белгестәр белдереүенсә, торлаҡ йорттарға хәүеф юҡ, ярыҡты тултырып ҡуйғандар. Оҙаҡ торһа ярай ҙа...

Фото: УГЗ г. Уфы.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас