"Экологик именлек" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, белгестәр йәш быуынға экологик тәрбиә биреү йәһәтенән дә эш алып бара. Тәбиғәтте һаҡлау, мөхитте таҙа тотоу яуаплылығы, урман-ҡырҙа үҙеңде тота белеү кеүек мәсьәләләр менән балалар бәләкәйҙән танышырға тейеш.
Баймаҡ ҡалаһының йәш натуралистар станцияһы директоры Оксана Пономарева белгестәр менән осрашыуҙың файҙалы булыуын белдерҙе, тип хәбәр итәләр БР Урман хужалығы министрлығынан.
Фото: Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан.