Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраля 2025, 12:47

Бала йәл...

Нефтекамала 34 йәшлек наркоман ҡатын 5 йәшлек ҡыҙын йүнләп ҡарамаған, уны туҡмаған, ас тотҡан. Аҙналар буйына теләһә ҡайҙа һәптәнләп йөрөгән сағында, бала өйҙә астан-ас яңғыҙы бикле ултырған...

Бала йәл...Бала йәл...
Бала йәл...

Етмәһә, теләһә кемдәр ҡатындың фатирына йыйылып, бала алдында наркотик ҡулланғандар, эскәндәр. 

Ҡатын бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, әммә аҡыл ултырмағас ултырмай икән. 

Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән бәндәгә ҡарата енәйәт эше асылып, Нефтекама ҡалаһының мировой судына ҡарау өсөн ебәрелгән.

Баланы социаль учреждениеға урынлаштырғандар. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас