Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраля 2025, 16:00

МИН ДӘ ЯҘҘЫ ҺАҒЫНАМ

Ҡышҡы донъя сихри нурға сумған, Ап-аҡ юрғандарын ябынған, Ағастарҙың селтәр ботағында Алтын-көмөш осҡон ҡабынған. Йым-йым итә аҡ кейеҙҙәй ҡырҙар, Ҡояш нурҙарына сағылып, Шаян елдәр ҡарҙар менән уйнай, Иркә ҡулдай, һыйпап-ҡағылып. Тауҙай бейек мамыҡ көрт аҫтында Ужым-арыш яҙҙы һағына, Нескә тал ҡыуағы, өмөтләнеп, Өнһөҙ баҡҡан ҡояш яғына. Гәлсәр боҙҙар ҡосҡан йылғалар ҙа Сабыр ғына көтә яҙҙарын, Иҫкә алып йәйен, ҡаңғылдашып, Зәңгәр һыуға сумған ҡаҙҙарын... Яҙҙы төштә күрә һиҙгер турғай, Таң алдынан ҡанат ҡағына. Ҡоштар һымаҡ, минең күңелем дә, Шашып, наҙлы яҙҙы һағына. Һағыш көйөн йырлай аҡ бурандар, Моңға сырмап елдәр елгәнен... Ҡышҡы донъя, моңһоуланып, һиҙә Яңы яҙҙың тиҙҙән килгәнен. #ЗөһрәРәхмәтуллина

МИН ДӘ ЯҘҘЫ ҺАҒЫНАММИН ДӘ ЯҘҘЫ ҺАҒЫНАМ
МИН ДӘ ЯҘҘЫ ҺАҒЫНАМ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас