Асыҡ йыр конкурсында төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты.
Урындағы "Путь Октября" гәзитендә яҙыуҙарынса, 28 һәүәҫкәр йырсы үҙен һынап ҡараған. Профессиональ йырсылар ҙа айырым категорияла сығыш яһай ала.
Әйткәндәй, был конкурстың географияһы ла киңәйә - быйыл хатта Силәбе өлкәһенән ҡатнашыусы булған.
Конкурстанттар Тәнзилә һәм Юлай Үҙәнбаевтарҙың репертуарынан йыр башҡарырға тейеш, халыҡ йырын йырлау ҙа - шарттарҙың береһе.
Еңеүселәр төрлө номинацияла билдәләнгән.
Махсус приздар тапшырылған. Мәҫәлән, İТамашасы һөйөүеİ призын Мәләүездән Рәзилә Ҡотлогилдина алған. "Өмөт" номинацияһында еңеүсе Әлфинур Хисмәтуллина - Өфөнән.
Беренсе урында - Самир Латипов (Өфө, 7 - 13 йәш төркөмө), Зөлмир Закиров (Өфө), Дилбәр Әбдиева (Саҡмағош, 14 - 22 йәш төркөмө), Салауат Шәйхуллин (Өфө, профессионалдар), Фәһим Тоҡомбәтов (Иглин), Винер Ҡәҙербаев (Силәбе өлкәһе, 23 йәштән өлкән төркөм)
Гран-при - Раушания Сынбулатова (Көйөргәҙе районы). Афариндар!
Фото: "Путь Октября" гәзитенән.