«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса беҙҙә глэмпинг һәм кемпингтар 3,6 процентҡа артҡан. Милли проект сараларын ғәмәлгә ашырыуға 2022 - 2024 йылдарҙа ике млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Шуның 1,8 млрд һумы - федераль ҡаҙнанан.
Дәүләт туризм тармағында инфраструктура булдырырға теләүсе эшҡыуарҙарға ярҙам итә. Инвестпроекттар буйынса яңы эш урындары ла барлыҡҡа килә.
Ике йылда 177 эшҡыуар субсидия алған. Улар тарафынан 28 пляж төҙөкләндерелгән, 36 кемпинг һәм 52 тиҙ ҡоролошло модулле бина төҙөлгән.
Туристар глэмпинг кеүек ял урынын да ыңғай баһалай. Тәбиғәт ҡосағындағы уңайлы шарттар менән ҡунаҡхана ул. Шундайҙарҙың һаны ла арта.
Әйткәндәй, милли проекттың атамаһы саҡ ҡына үҙгәрҙе - хәҙер ул "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" тип атала.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.