Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2025, 10:00

17 йәшлек егет бейектән ҡолап, ауыр йәрәхәтләнә...

Уның башы, умыртҡа һөйәге бик етди зарарлана. Егет реанимацияға эләгә...

17 йәшлек егет бейектән ҡолап, ауыр йәрәхәтләнә...17 йәшлек егет бейектән ҡолап, ауыр йәрәхәтләнә...
17 йәшлек егет бейектән ҡолап, ауыр йәрәхәтләнә...
 
 

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, табиптар йәш кешегә ысын мәғәнәһендә "икенсе тапҡыр донъяға килергә" ярҙам иткән.

17 йәшлек егет дауахананан һуң, "Салют" республика реабилитация үҙәгенә һалына. Бында уны тән яраһынан ғына түгел, күңел яраһынан да дауалайҙар. Уның өсөн махсус комплекслы план төҙөлә. 

Психологик травма, умыртҡалығының күкрәк-бил бүлегендә металл конструкция, һынған аяҡ-ҡулдар, нервыларға зыян килеүе - табиптарға арыу ғына тырышырға тура килә. 

Дауаланыу йыл буйына дауам итә. Психологтар, педагогтар ҙа табиптар менән бер ҡатарҙан эшләй. Күмәк тырышлыҡ бушҡа китмәй - бөгөн егет һауыҡҡан, әүҙем тормош алып барырға тырыша. 

Фото: Минздрав РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас