Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2025, 16:44

Зарарлы файл асҡан

Нефтекама мәктәптәренең береһенән 32 йәшлек уҡытыусы муттар ҡулына эләгеп, микрофинанс ойошмаларынан бер нисә кредит алған.

Зарарлы файл асҡанЗарарлы файл асҡан
Зарарлы файл асҡан

Өҫтәмә эш эҙләп, уҡытыусы бушлай иғландар сайтында телефон номеры менән резюме ҡалдырған. Уға тиҙҙән вакансия тураһында яҙып, ебәрелгән һылтанма аша асыласаҡ онлайн-курс үтергә кәрәклеген аңлатҡандар. Шул уҡ ваҡытта билдәһеҙ әҙәмдәр уҡытыу ҡушымтаһын Android операцион системаһы булған телефонға күсереп алыуҙы талап иткән. Ҡатын сим-картаны икенсе телефонға күсереп, һылтанма буйынса үтеп, “телефонға, ҡушымталарға рөхсәт итеү” тигәнгә баҫып, ҡушымтаны күсергән. Мутлашыусылар шулайтып уның телефонына зарарлы программаны индереп, бөтә ҡушымталарына, шул иҫәптән "Дәүләт хеҙмәттәре"нә тулы хоҡуҡ алған.
Микрофинанс ойошмаларынан реклама хәбәрҙәре килә башлағас, уҡытыусы шикләнеп, МФЦ менән бәйләнешкә сыға. Шунда ғына енәйәтселәрҙең уның исеменә 27 мең һумлыҡ бер нисә микрозайм алыуын белә.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенән Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас