Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2025, 09:55

Йәрминкәлә көтәләр

Баш ҡала халҡы иғтибарына! Һеҙҙең өсөн был ялдарҙа ла ауыл хужалығы тауарҙары тупланған баҙар ойошторола. Әйткәндәй, республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә лә йәрминкәләр үтә. Адрестары - түбәндә.

Йәрминкәлә көтәләрЙәрминкәлә көтәләр
Йәрминкәлә көтәләр

Шәмбелә Өфөнөң "Тулҡын" паркы янында (Затон),  Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт тапҡырында (Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе), С. Орджоникидзе ис. майҙанда (Черниковка), Спорт һәм Йәштәр һарайы (Үҙәк Өфө) алдында ойошторола.

Йәкшәмбелә "Тулҡын" паркы эргәһендә һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда йәрминкә булмай.

Район һәм ҡалаларҙағы баҙарҙар адресы: ошонда.

Фото: Мэрия Уфы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас