Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраля 2025, 09:40

Табип хатаһы сабыйҙың ғүмерен өҙә

Өфөнөң Республика балалар клиник дауаханаһында табиптың үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауы баланың үлеменә килтерә.

Табип хатаһы сабыйҙың ғүмерен өҙәТабип хатаһы сабыйҙың ғүмерен өҙә
Табип хатаһы сабыйҙың ғүмерен өҙә

Анестезиолог-реаниматолог ике йәшлек пациентҡа катетер ҡуйғанда тупаҫ хата яһай, тип хәбәр итә «Уфановости» сайты.

 2020 йылда  Республика балалар клиник дауаханаһының реанимация бүлегенә Октябрьскийҙан бәләкәй пациентты алып киләләр. Сабыйҙа яман шеш бар, тип шикләнәләр. Ул ваҡытта ете йыллыҡ эш тәжрибәһе булған анестезиолог Юлия Ф.  катетерҙы ҡулбаш аҫты венаһына ҡуйырға тотона.

Протокол буйынса УЗИ  контролен ҡулланып эш итәһе урынынға табип был процедураны яҡынса үҙ белдеге менән башҡара.

Яуапһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә энә венаға түгел, ә баланың үпкәһенә инә. Табип пациентты манипуляцияның дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн КТ-тикшереүгә лә ебәрмәй, был хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.

 Вайымһыҙлыҡ һөҙөмтәһе фажиғәле булып сыға – балала гемоторакс барлыҡҡа килә. Сабыйҙың үпкәһе ҡан менән тулған, был үлемгә килтергән.

 Тикшереү 2024 йылға тиклем дауам итә, әммә был ваҡытҡа енәйәт эҙәрлекләүенең ваҡыты тамамлана. Табип өсөн берҙән-бер яза – үлгән сабыйҙың ата-әсәһенә компенсация түләү. Хәҙер Юлия Ф. балалар клиник дауаханаһында эшләмәй — ул бала ҡарау буйынса ялда.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас