Ошо ауылдың халҡы берҙәмлеге, уңғанлығы менән ихтирам уята. Күп хәбәр һөйләргә яратмаған, хатта бер аҙ ҡырыҫыраҡ та күренгән кешеләрҙең изге күңелле, хужасыл һәм тыйнаҡ булыуын беләм. Ауылыбыҙ бөтмәһен, тип тырыша тыуған ерен һөйгән илһөйәрҙәр. Илебеҙгә бәлә килгәндә ситтә ҡала торғандары бармы? Юҡ, әлбиттә! Мунса ла быға яҡшы дәлил.
Оҫта ҡулдарының йылыһы һалынған мунса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға барып етһен! Тиҙерәк еңеү таңы атһын!
Фото: https://vk.com/id190891036