

Сарала яҙыусының ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы Хамматова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Рәсәй почтаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Ленард Шафиков, Мәҙәниәт министрлығы белгесе Илнур Вәлиев, Милли китапхана директоры Айгөл Әминева, яҙыусылар, журналистар, билдәле шәхестәр ҡатнашты.
– Күләмле, уҡымлы романдары менән танылыу яулаған башҡорт яҙыусыһына арналған 50 мең дана конверт сыҡты. Ул бөгөндән бөтә ил буйлап әйләнешкә инәсәк. Сит төбәктә йәшәгән берәйһе уны ҡулына алып, ҡыҙыҡһынып, интернет селтәренән булһа ла Яныбай Хамматов тураһында мәғлүмәт эҙләһә, уның әҫәрен уҡыһа, беҙ шәхесебеҙҙең исемен популярлаштырыу маҡсатына ирешәсәкбеҙ, – тине Ленард Шафиҡов.
Айгиз Ғиззәт улы, үҙ сиратында, почта етәкселегенә был изге эш өсөн шәхсән үҙенән һәм Яҙыусылар союзынан рәхмәтен еткерҙе. Ул шулай уҡ быға тиклем Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған конверттар сығыуын да билдәләп үтте.
Конвертта Яңныбай Хамматовтың портреты һәм киң билдәле "Төньяҡ амурҙары" романының иллюстрацияһы күрһәтелгән. Шулай уҡ исем-шәрифе, тыуған һәм үлгән йылдары яҙылған. Конвертты почта бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яҙыусы, фронтовик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына – 100 йыл. Республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, был дата киң билдәләнә.
Фото: Альберта Загиров, газета "Республика Башкортостан".