Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль , 21:50

Ҡурҡыныс һандар...

Республика халҡы уҙған тәүлектә мутлашыусыларға 17 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Ҡурҡыныс һандар...
Ҡурҡыныс һандар...

Республика эске эштәр ведомстволарының дежур частарына мутлашыу тураһында 31 хәбәр килгән.

Өфөнән 32 йәшлек ир мессенджерҙарҙың береһендә үҙенең яҙылыусыларына өҫтәмә килем тураһында һөйләгән блогерҙың сәхифәһен күҙәтеп барған. Эштең асылы сит ил валютаһына аҡса һалыуҙан ғибәрәт була. Тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, Өфө кешеһе “трейдер” менән бәйләнешкә инә. Әңгәмәсе иргә “куратор” тәғәйенләй, уға инвестиция янсығын асырға ярҙам итә, аҡса биреү өсөн осрашыу ойоштора. Инвестицияға тәүҙә 4 миллион һум күләмендә аҡса индерелгән. Ғариза биреүсе көн һайын үҙенең инвестицияларына проценттарҙың артыуын күҙәтә һәм мутлашыусыларҙың кәңәше буйынса тағы ла 6 миллион һум аҡса индерә. Бер йыл аҡса һалғас, зыян күреүсе килемде алырға ҡарар итә, әммә сайт ябыла, ялған аналитиктар юғала. Дөйөм зыян күләме 10 миллион һумдан ашыу.

Баш ҡаланан 57 йәшлек ҡатынға мессенджер аша "Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре" шылтырата. Ул ҡатынға иҫәпкә алынмаған эш йылдары арҡаһында пенсияһын яңынан иҫәпләргә кәрәклеген белдерә һәм СМС-код биреүҙе һорай. “Белгескә” ышанып, ҡатын күрһәтмәләрҙе үтәгән. Һуңыраҡ ялған "банк вәкилдәре" уның менән бәйләнешкә сығып, билдәһеҙ кешеләрҙең уның исеменә кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Шикле операцияларҙы булдырмау өсөн енәйәтселәр ҡатынды барлыҡ аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндергән. Мутлашыу ҡорбаны уларға 700 мең һумдан ашыу шәхси тупланмаһын күсергән.


Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, таныш булмаған кешеләрҙең билдәһеҙ иҫәптәренә аҡса ебәрмәгеҙ, был көндән-көн күңелһеҙ эҙемтәләргә, атап әйткәндә, ҙур бурыстарға һәм шәхси аҡсағыҙҙы юғалтыуға килтерә, тип иҫкәртә. Сит кешеләргә шәхси һәм банк мәғлүмәттәрен асырға, йәки СМС-тан кодты әйтергә ярамай. Әгәр ҙә һеҙгә муттар шылтырата икән, трубканы һалығыҙ. Шулай итеп, һеҙ үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡларһығыҙ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: