Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2025, 09:00

Ун балаһы – ун шатлығы

Кушнаренко районында йәшәүсе Флүрә Фәттәхова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән  «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды.  

Ун балаһы – ун шатлығыУн балаһы – ун шатлығы
Ун балаһы – ун шатлығы

Флүрә Рәхимйән ҡыҙы Иҫке Ҡормаш ауылында тыуып үҫкән. Ғүмере буйына ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Хәләл ефете  Вәзих Әхмәй улы  Фәттәхов менән 49 йыл бергә ғүмер итеп,бергәләп 10 балаға лайыҡлы тәрбиә биргәндәр.

Күп балалы әсә  «Әсәлек даны» ордены, I һәм II дәрәжә «Әсәлек миҙалы», шулай уҡ төрлө грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Фәттәховтарҙың балалары яҡшы белем алған, төрлө тармаҡта эшләйҙәр. Хәҙер һәр береһенең үҙ ғаиләһе.

Балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән бәхетле әсәй, өләсәй ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ихлас ҡатнаша. Уның 20 ейән-ейәнсәре һәм 1 бүләһе бар.

«Флүрә Рәхимйән ҡыҙын лайыҡлы наградаһы менән ихлас ҡотлайым! Был шәхси ҡаҙаныш ҡына түгел, йәмғиәтебеҙгә лә тос өлөш индереү. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем»,- тип яҙған социаль селтәрҙә Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латыпов.

Ун балаһы – ун шатлығы
Ун балаһы – ун шатлығы
Ун балаһы – ун шатлығы
Ун балаһы – ун шатлығы
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас