Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2025, 05:00

Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында, Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәгендә, бер нисә йүнәлеш буйынса спорт ярыштары үткән.

Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!
Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!

Күмәк кеше ҡатнашҡан был сара арҙаҡлы шәхесебеҙҙең яҡты иҫтәлегенә арналды, ти ойоштороусылар.

Мәҫәлән, шахмат буйынса төбәк-ара турнирға райондан ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһенән, республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарынан да оҫталар йыйылған. Ауылдағы “Урал” спорт-һауыҡтырыу комплексында йөҙөү буйынса район-ара ярыш булған. Уҡтан атыу буйынса төбәк-ара турнир ҙа күп кешене йәлеп иткән. “Ҡыпсаҡ батыры” район-ара милли көрәше иһә көслө батырҙарҙы асыҡлаған.

Күпалышта (многоборье) – таяҡ тартыу, арҡан тартышыу, суҡмар ырғытыуҙа – Тәүәкән ауылының йыйылма командаһына етеүсе булмаған. Икенсе урында Бикбулат ауылы, өсөнсөлә – Күгәрсен ауыл биләмәһе.

“Рәсәй саңғыһы 2025” район ярышы ла тап Тәүәкәндә үткән. Был етеҙҙәр ярышында еңеүселәр төрлө йәш категорияһы бүлеп билдәләнгән, шуға ла улар байтаҡ. Улар араһында Тәүәкән дөйөм белем биреү мәктәбе  директоры Йәмил Ҡаразбаев, уҡытыусы Фәриҙә Дәүләтбаева, уҡыусылар  Әминә Дәминдәрова, Фидәлиә Дәүләтбаева, Гөлфинә Киленбаева бар. Шулай уҡ Йомабай Хәйсәров, Гөлдәр Әбдрәхимова, Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Булат Ҡаразбаев та алдынғылыҡты бирмәгән.

Командалар буйынса:

1 урын – Теләүембәт ауыл Советы биләмәһе;

2 урын – Мораҡ ауыл Советы биләмәһе;

3 урын – Исем ауыл Советы биләмәһе.

Афариндар!

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов социаль селтәрҙә яҙыуынса, “Ырымбур өлкәһенән, Күмертауҙан, Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура райондарынан килгән спортсылар “Урал” комплексының уңайлылыҡтарын, ауылдың матурлығын, уның үҫешкән инфраструктураһын билдәләне. Быларҙың барыһы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәстәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән”.

Әйткәндәй, Тәүәкәндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Күгәрсен районы бүлексәһе ҙур ултырыш үткәргән. Урындағы етәкселек белдереүенсә, унда 2024 йылдың 13 – 14 декабрендә Өфөлә үткән Оло йыйын – алтынсы съезд ҡарарҙары, эшләнгән эштәр тураһында һөйләшкәндәр, киләсәккә бурыстар билдәләгәндәр. Ултырышта Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рәил Әбдрәхимов, Фәнит Моратбаҡыев, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор хөрмәтле яҡташыбыҙ Сәлиә Мырҙабаева, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире, Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы Әхәт Сәлихов та ҡатнашҡан.

Үрҙә телгә алынған бөтә сара ла халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған көнөндә үткән.

Тәүәкән "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Ауылға айыҡлыҡ юлында уңыштар теләйек!

Фото: “Бәйләнештә”ге Трезвое село 2024 Таваканово төркөмөнән.

Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!
Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!
Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!
Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!
Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!
Тәүәкәндә икән ул спорт һөйөүселәр!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас