2018 йылдан 2024 йылға тиклем был проект сиктәрендә 50 балалар баҡсаһы һәм 3 спорт ҡоролмаһы сафҡа индерелгән.
– Һуңғы 6 йылда Башҡортостанда «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыуға 40 миллиард һум самаһы аҡса бүленде, шуның 32 миллиард һумы тиерлек – федераль ҡаҙнанан. Балалар тыуыу менән бәйле түләүҙәр, халыҡты эш менән тәьмин итеү, балалар баҡсалары төҙөү, өлкән быуын граждандарына ярҙам итеү, спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостан бөтә күрһәткестәрҙе юғары кимәлдә үтәп, проектты тормошҡа ашырыуҙы лайыҡлы тамамланы. Балалар баҡсаларын әүҙем төҙөү арҡаһында 2020 йылда уҡ яслеләге балаларҙың сираты бөтөрөлдө, – тип билдәләне Андрей Назаров.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР спорт министры Руслан Хәбибов «Демография» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе.
– «Демография» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында 5 төбәк проекты – «Балалары тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы», «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү», «Өлкән быуын», «Йәмәғәт һаулығын нығытыу» һәм «Спорт – тормош нормаһы» тормошҡа ашырылды. Һуңғыһына 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, – тине Руслан Хәбибов.
– «Балалары тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы» төбәк проекты өсөн 24 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Был төбәк проекты составына республика ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса түбәндәге саралар инде: беренсе бала тыуыу йәки уллыҡҡа алыу (дөйөм суммаһы 10,3 миллиард һумлыҡ айлыҡ түләүҙәр), түлһеҙлек менән яфаланған ғаиләләргә мотлаҡ медицина страховкалауының база программаһы (12261 процедура үткәрелгән), өс һәм унан күберәк ғаиләләрҙе транспорт һалымын түләүҙән азат итеү . «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проекты ярҙамында 9413 урынлыҡ 47 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм 3 һатып алынған, оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының 4279 хеҙмәткәре уҡытылған. Эштән бушатыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән 7353 граждандың ваҡытлыса эшкә урынлашыуын ойоштороу буйынса сараларға айырыуса иғтибар бүленде. «Өлкән быуын» төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында 110 урынлыҡ оло йәштәге граждандар өсөн 2 торлаҡ корпус файҙаланыуға тапшырылды: Благовещенда 60 урынлыҡ корпус (2022 йыл) һәм Өфөлә 50 урынлыҡ корпус (2024 йыл). Шулай уҡ ауыл ерендә йәшәгән 65 йәштән өлкәндәрҙе өҫтәмә скринингтар өсөн медицина ойошмаларына алып барыу өсөн 18 микроавтобус һәм 4 автомобиль һатып алынған. 4718 өлкән быуын граждандары һәм инвалидтар өсөн социаль турҙар ойошторолған. «Ғаилә» яңы милли проекты сиктәрендә өлкән быуын кешеләренә оҙайлы тәрбиә биреү системаһы дауам ителәсәк. Һуңғы 2 йылда был күрһәткес 1644 кеше тәшкил итте. «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса Өфөлә өс спорт объекты – йөҙөү бассейны, ябыҡ футбол манежы, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар төҙөлдө. 56 район-ҡалала бәләкәй спорт майҙансыҡтары булдырылды,– тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Хәбибов. Шулай уҡ Нефтекамала һәм Шишмә районында 2 асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡуйылған. Республиканың муниципаль берәмектәренә спорт әҙерлеген тормошҡа ашырыусы ойошмаларҙы финанслауҙы тәьмин итеүгә субсидиялар бирелгән.