Пенсионерға билдәһеҙ номерҙан шылтыратҡандар, улар үҙҙәрен мобиль оператор тип таныштырған. Яҡшы билдәле булған мутлашыу схемаһы буйынса зыян күреүсегә сим-картаның ваҡыты үтеүе тураһында хәбәр ителгән һәм уны ҡулланыу килешеүен оҙайтырға тәҡдим иткәндәр. Ир аферистың тәҡдимен кире ҡаға һәм мобиль телефон офисына барасағын белдерә, һөйләшеүҙе өҙә.
Тиҙҙән уға мессенджерҙа видеошылтыратыу килгән. Экранда полиция формаһындағы әңгәмәсе пайҙә була, ул муттарҙың пенсионерҙың исеменә кредит алыуын әйтә. Эште яйлар өсөн мутлашыусы ирҙән ғариза яҙҙырта, шуны фотоға төшөрөп, мессенджер аша ебәрергә тәҡдим итә.
Видео аша аралашыу барышында мутлашыусы "банк хеҙмәткәре" менән телефон аша һөйләшеп, иргә нисек ярҙам итеүҙәрен белешә.
Шунан тағы видеошылтыратыу була. Әңгәмәсе үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул пенсионер исеменә кредит булыуын раҫлай һәм ҡушымтаға инеп ҡарарға тәҡдим итә. Ҡушымтала ир, ысынлап та, уның исеменә кредит һәм страховка рәсмиләштереүҙәрен асыҡлай. Муттар кредит аҡсаһын “урламаһын”, тип мутлашыусы аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерергә ҡуша, страховка суммаһының үҙенә кире ҡайтарылыуын белдерә.
Ир, муттарҙың күрһәтмәһен үтәп, банкоматҡа барып, 500 мең һум аҡсаны әйтелгән иҫәптәргә күсерә. Муттар транзакция квитанцияларын һаҡлап ҡалыуҙы һәм фотоһүрәттәрҙе мессенджер аша ебәреүҙе һораған. Һуңынан пенсионер мутлашыусыларға тағы 200 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.
Икенсе көндө мутлашыусы ҡорбанына страховка суммаһын банк бүлексәһенән барып алырға мөмкин тип әйткән. Ир күрһәтелгән адрес буйынса барған. Әммә мутлашыусыларә финанс хеҙмәттәре бүлегенә мөрәжәғәт итмәҫкә, уларға бер нәмә лә әйтмәҫкә ҡуша, сөнки улар, йәнәһе, банк хеҙмәткәрҙәре буйынса тикшереү алып бара. Әммә пенсионер барыбер “Уралсиб” банкы хеҙмәткәрҙәренең береһенән страховка тураһында һораша. Шул саҡта идарасы хәлде белешеп, телефонды уға биреүен һорай. Ошо мәлдә пенсионерға муттар шылтырата. Лилиә Әхмәтйәнова клиенттың муттар менән бәйләнештә булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: телефон аша сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итһәләр, һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатығыҙ. Бындай һорауҙар буйынса почта бүлексәһенә туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкин. Аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәптәргә" күсермәгеҙ. Иң яҡшы хәүефһеҙлек сараһы – сит кешеләр менән аралашмау, уларҙың талаптарын үтәмәү!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: полиция видеошылтыратыуҙар яһамай, диктант аҫтында белдереү яҙырға ҡушмай!
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.