Атай йортон ҡайтып
Атай йортон ҡайтып ишек ҡағам, Көткән икән мине буш йоҙаҡ. Ҡасан ғына гөрләп тора ине, Булған икән улар тик ҡунаҡ. Урам эсен биләй бары тынлыҡ, Ҡапҡа ғына елгә шығырлай. Әйтерһең дә үткән ғүмерҙәрҙең Һағыш тулы йырын, ул йырлай. Ошо йортта беҙ бит алты бала, Буйҙар еттек, билде нығыттыҡ. Атай-әсәй фәтихаһын алып, Оло тормошҡа тип олаҡтыҡ. Ыңғыраша елдә оло ҡапҡа, Ҡото киткәс оло донъяның. Башты ороп булмай үкенеүҙән, Тәҡдир ҡушҡас үҙе янъялын.
Хәйҙәр Көмөшбаев