Программаға старт бирелгәндән алып 6 йылда дөйөм суммаһы 8,2 миллиард һумлыҡ 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Беҙҙә 248 парк һәм сквер, 246 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, 52 майҙан, 84 яр буйы һәм 176 башҡа йәмәғәт биләмәһе яңыртылған.
«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектында 8 маҡсатлы күрһәткес ҡаралған. Башҡортостанда барлыҡ маҡсатлы күрһәткесткә лә өлгәшелгән.
Былтыр дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән. Республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмегендә лә төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған.
2024 йылда Башҡортостан милли проектҡа ярашлы төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.