Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2025, 11:00

Һандар һәм факттар

2025 йылдың ғинуар айында муттар республикала 750-нән ашыу кешене зар илатҡан, ҡайғыға батырған. Дөйөм зыян күләме 200 миллион һумдан ашыу!

Һандар һәм факттарҺандар һәм факттар
Һандар һәм факттар

Теркәлгән факттарҙың дөйөм структураһында иң ҙур өлөшөн (күләме буйынса 30 проценттан ашыу һәм зыян буйынса 70 процент) ике мутлашыу ысулы биләй: иҫәптәге аҡсаны һаҡлау һәм инвестициялау.

Тауарҙар һәм хеҙмәттәр әйләнеше өлкәһендә (иғлан сайттары, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙарҙағы тематик төркөмдәр һәм башҡалар) бындай енәйәттәрҙең 17 проценты тиерлек башҡарылған.

Ҙур өлөшө (14,4%) граждандарҙың урланған шәхси мәғлүмәттәрен файҙаланып, микрофинанс компанияларында онлайн-займдар рәсмиләштереү менән бәйле.

Ситтән тороп аҡса эшләү һылтауы менән бәйле мутлашыуҙар һаны арта (6 проценттан ашыу).

- Һаҡ булығыҙ, яңы алдау схемалары менән танышыу өсөн беҙҙең каналда ҡалығыҙ! - тип саҡыра "Мошки" телеграм-каналын алып барған хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас