Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2025, 05:30

Теге йәки был витамин етмәүен нисек белергә?

Организмға теге-йәки был витамин етмәүен ҡайһы бер билдәләрҙән асыҡларға мөмкин. 

Теге йәки был витамин етмәүен нисек белергә?Теге йәки был витамин етмәүен нисек белергә?
Теге йәки был витамин етмәүен нисек белергә?

 

  1. Аяҡ-ҡулдарығыҙ йыш ойоһа, аяҡтарығыҙҙа хәлһеҙлек һиҙһәгеҙ, йөрәк тибеше йышайып, хәтерегеҙ насарайһа, организмға тиамин һәм В1 витамины етмәй. Уны кукуруз, арыш икмәге, фасоль, шпинат, һыра әсеткеһе, кишер менән тулыландырырға мөмкин.
  2. Йыш өшөп, ялҡаулыҡ, хәлһеҙлек күҙәтелһә, был организмға В5 витамины йәки пантотен кислотаһы етмәүе хаҡында һөйләй. Туҡланыу рационына күберәк йәшел борсаҡ, бауыр һәм ҡыҙыл фасоль индерегеҙ.
  3. Тирегеҙ кибеп, сәсегеҙ ҡойола башлауын тояһығыҙмы, баш әйләнеүе, хәлһеҙлек йонсотамы, тимәк, һеҙҙең организм В6 витаминына йәки пиридоксинға мохтажлыҡ кисерә. Борсаҡ, эшкәртелмәгән дөгө һәм ҡуҙыҡлыларҙы йышыраҡ ашарға кәрәк.
  4. Бит һәм ҡул тиреһе ҡытыршыланып, йондоҙсоҡтар барлыҡҡа килһә, иртәнсәк аяҡтарығыҙ ауыртыуын тойһағыҙ, һеҙгә рутин менән рибофлаваноидтар етмәй тигән һүҙ. Улар сөгөлдөрҙә, мүк еләгендә, ҡыҙыл көртмәлелә, гранатта, ҡара емештә, гөлйемештә һәм кишерҙә күп.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас