Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраля 2025, 05:06

Һәр кем таҙа һыуға хоҡуҡлы

Башҡортостанда "Таҙа һыу" федераль проекты буйынса эштәр әүҙем бара. 

Һәр кем таҙа һыуға хоҡуҡлыҺәр кем таҙа һыуға хоҡуҡлы
Һәр кем таҙа һыуға хоҡуҡлы
Был йүнәлеш "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
"Таҙа һыу" проекты буйынса Бөрө ҡалаһында һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөлөшө тамамланған.
Бында һыу Ағиҙелдән алына. Бығаса эшләгән һыу водозабор 1974 йылда төҙөлгән булған, тәүлегенә 5 мең кубометрға тиклем һыу үткәргән.
Әле үрҙә телгә алынған проект буйынса ҡалала 12 яңы скважина бырауланған һәм был етештереүҙе тәүлегенә 15 мең кубометрға тиклем арттырыу мөмкинлеге биргән. Шулай уҡ бында һыу таҙартыу станцияһы, магистраль һыу торбаһы участкаһы, хужалыҡ-эсәр һыу торбаһы төҙөлгән.

Әйткәндәй, 2024 йылдың 31 декабренә ҡарата, республикала үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителеш ауылда - 90,98, ҡалала 99,6 процент.

Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.
Һәр кем таҙа һыуға хоҡуҡлы
Һәр кем таҙа һыуға хоҡуҡлы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас