Стәрлетамаҡ районының Николаевка ауылында «Калинино» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фермаһында ветеринарҙар хәүефле йоғошло ауырыу - бруцеллез тапҡан.
Ауырыуҙы планлы
тикшереү ваҡытында асыҡлайҙар, шунан һуң районда карантин индерелә. Хужалыҡта бөтәһе һигеҙ мең баш. Зарарланған һыйырҙарҙы санитар һуйыу урындарына ебәрәләр, ә итте тушенкаға эшкәртәләр .
Хәҙер
фермала ауырыу хайуандарҙы дауалау, мал индереү һәм сығарыу (һуйыуҙан тыш), малдарҙы күсереү һәм төркөмләү, мал аҙығы әҙерләү һәм сығарыу, сит кешеләргә территорияға инеү тыйыла.
Бруцеллез-кешегә йоға алған хәүефле инфекция.