Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 18:00

Йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө!

Өфөлә йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне Нәзиә Ишмөхәмәтоваға  101 йәш тулған.

Йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө!
Йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө!

 

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тыл ветеранын  Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле исеменән ҡотлаған.

Нәзиә Ғиниәт ҡыҙы Ғафури районының Еҙем-Ҡаран  ауылында тыуған. 16 йәшендә Свердловск өлкәһенә күсеп китә, унда урман ҡырҡыуҙа  эшләй. Ә һуғыш йылдарында - частарҙың береһендә тир түгә. Хәләл ефете менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уның 8 ейән-ейәнсәре һәм бүләһе бар.

 «Һеҙҙең быуын Ватаныбыҙҙың бөйөк илһөйәрлек һәм хеҙмәт традицияларын арттырҙы. Тормошоғоҙ - кешеләрҙең ҡаһарманлығы, ныҡлығы, көсө, тәрән аҡылы өлгөһө», - тине йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләп А.Касьянов.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: