Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 16:00

“Тормош ҡиммәттәрен аңлай башланым...”

“Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн!” Электән ишетә килгән был девизға артыҡ иғтибар биргәнем юҡ ине. Бөгөнгө геройым менән танышҡас, ҡапыл тап ошо һүҙҙәр иҫемә килеп төштө лә, уның асылын аңлағандай булдым. Бөгөнгө һыналышлы заманда, айырыуса ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ил һағына баҫҡан яугирҙар өсөн был үтә лә мөһим саҡырыу булып ҡала. Берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ тойғолары меңәрләгән махсус хәрби операция һалдытының, шул иҫәптән Шәфҡәт ЯҘАҒОЛОВТОҢ да ғүмерен һаҡлып ҡалырға ярҙам иткән...  

“Тормош ҡиммәттәрен аңлай башланым...”
“Тормош ҡиммәттәрен аңлай башланым...”

– Һуғыш ваҡытында үҙ-үҙеңә генә ышанырға кәрәк, тигән фекер йәшәй. Бының менән килешеп етмәйем. Былтыр йәй яу яланында ҡаты яраландым. Бер взводта хеҙмәт иткән Сибайҙан “Кәрим” ҡушаматлы яугир, Юлдаш, Салауат исемле егеттәр, өс туған Илнар ағайым күреп ҡалғас та, яныма килеп етте. Бөтөнләй атлай алмай инем, ҡайҙа һөйрәп, ҡайҙа йөкмәп тигәндәй яу яланынан алып сыҡтылар – яҙмыш ҡосағына ҡалдырып китмәнеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, ағайым менән бәләкәйҙән һуғышып, уртаҡ фекергә килә алмай бәхәсләшеп, бер-беребеҙҙе күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткәйнек. Үлем тырнағынан йолоп алған туғаныма рәхмәт уҡып бөтә алмайым – ҡан тартыу көсө шундай киҫкен мәлдә үҙен һиҙҙертте лә инде. Тормош ҡиммәттәрен, йәшәү асылын бына шулай аңлай башланым, – тип Шәфҡәт үлем менән күҙгә күҙ ҡарашҡан мәлдәрен иҫкә алды. –  Яуҙаш егеттәр менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, хәл белешеп торабыҙ. Хәҙер минең һәр районда тигәндәй дуҫтарым бар. Мәҫәлән, Белоретҡа юлым төшһә, минекеләрҙең барып хәлен бел, сәй эсеп сыҡ, тип торалар. Ялға ҡайтһалар, ҡунаҡҡа саҡыралар.

Шәфҡәт үҙе Бөрйән районының Тимер ауылында, күп балалы татыу, эшһөйәр ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсәһе – мәктәптә ашнаҡсы, бәләкәйҙән ҡарап үҫтергән үгәй атаһы газ белгесе булып эшләй. Әйткәндәй, ғаиләләге балаларҙың барыһы ла матур һөнәр һайлаған: егеттең ике һеңлеһе лә ашнаҡсы-кондитер, бер ҡустыһы әлеге ваҡытта иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Оя төбө булған кинйә ҡыҙ ғына әлегә мәктәптә белем ала. Мобилизацияға тиклем Өфө ҡалаһының Октябрь районы торлаҡ-коммуналь хужалығында тракторсы булып эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас та ул Шайморатов батальоны составында ил һағына баҫырға теләй. Тик туғандарының борсолоуы, күҙ йәштәре уны был уйынан кире ҡайтара. Күрәһең, яугир булыу егеттең яҙмышына яҙылған була: мобилизация башланғас, уға саҡырыу килә. Башҡортостан егеттәре тәүҙә Татарстандағы полигонда хәрби уҡыуҙар үтә. Нимәһе ҡыҙыҡ, унда Шәфҡәт үҙенең әрме дуҫын – Хәйбулла районының Атингән ауылынан Хәйҙәр Исҡужинды осрата. Егеттәр бергә Екатеринбург, Һамар ҡалаларында Хәрби-һауа ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә (взвод командиры булған Хәйҙәр ҙә, әлеге ваҡытта яраланыу сәбәпле, ялға ҡайтҡан).

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: