Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре юллана. Эҙләү эштәре барышында ғариза биреүсенең өйҙә булыуы тураһында мәғлүмәт алына. Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ күрһәтелгән адресҡа барып, быны раҫлай. "Юғалған" егеттең әсәһе әйтеүенсә, улы дуҫтары менән шаяртып шылтыратҡан була.
Шуны иҫтә тотоу мөһим: ашығыс хеҙмәттәргә шаяртып шылтыратҡан мәлдә, кемдеңдер шул ваҡытта ысынлап ярҙамға мохтаж булыуы һәм уны көтөп ала алмауы ихтимал.
- Беҙ граждандарҙы үҙ мөрәжәғәттәрендә яуаплы һәм етди булырға саҡырабыҙ. Ғәмәлдәрегеҙҙең эҙемтәләре булырға мөмкин, шаяртыу кемдеңдер ғүмерен өҙөргә мөмкин. Иғтибарлы булығыҙ һәм эҙемтәләр тураһында уйлағыҙ! - тип иҫкәртә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240