Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 13:00

Стәрлетамаҡта ҡурҡыныс хәл булған

Енәйәтселәр үҫмерҙе урлап, туҡмап, боҙло һыуға индереп ыҙалатҡан.

Стәрлетамаҡта ҡурҡыныс хәл булған
Стәрлетамаҡта ҡурҡыныс хәл булған

16 йәшлек колледж студенты атаһына шылтыратып, хәҙер минең танышым килә, зинһар, уға 100 мең һум аҡса бирегеҙ, мине ҡотҡарығыҙ, тип илап үтенә.

Атай кеше шунда уҡ полицияға шылтырата. Оператив-эҙләү сараларын үткәреү барышында бәләгә тарыған үҫмерҙең атаһы полиция контроле аҫтында аҡса күсереү өсөн улын урлаған кешеләр менән осрашыу тураһында һөйләшеп килешә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ ҡалаһынан хеҙмәттәштәре менән берлектә быға тиклем хөкөм ителмәгән 17-19 йәшлек дүрт егетте ҡулға ала.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүселәр һәм уларҙың ҡорбаны дропперлыҡ менән шөғөлләнә - башҡаларҙың банк карталарынан аҡсаны законһыҙ сығарыу буйынса легаль булмаған схемаларҙа ҡатнаша. Студент сираттағы картанан 60 мең һум алып, аҡсаны ғәйепләнеүсегә тапшырырға тейеш була. Әммә зыян күреүсе аҡсаны бирмәй, үҙе тотона. Шуға ла енәйәттә ғәйепләнеүселәр үҫмерҙе көсләп үҙ автомобиленә ултырта һәм Ольховка йылғаһына алып китә. Унда улар зыян күреүсене туҡмай, пневматик пистолет менән янап, билдән боҙло һыуға инергә мәжбүр итә, аҡса таптыра. 

Ҡулға алынғандар таныу күрһәтмәләре бирә. Улар кешене урлауҙа, талауҙа ғәйепләнә. Шулай уҡ башҡаларҙың банк карталарынан аҡсаны законһыҙ алыу буйынса ғәмәлдәренә лә хоҡуҡи баһа биреләсәк.

Был факт буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһе ғәйепләнеүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Суд бер ғәйепләнеүсегә ҡарата һаҡ аҫтына алыу сараһын һайлай, өсәүһе өйҙә арест аҫтында.

Фото һәм видео: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: