Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 15:30

Бала табыусы ҡатындарға 794 мең һумға тиклем аҡса түләнә

Башҡортостанда буласаҡ әсәйҙәр 118778 һумдан алып 794 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.  2025 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның минималь һәм максималь күләме тап шул тиклем тәшкил итә.   

Бала табыусы ҡатындарға 794 мең һумға тиклем аҡса түләнә
Бала табыусы ҡатындарға 794 мең һумға тиклем аҡса түләнә

  Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын иҫәпләү өсөн буласаҡ әсәнең алдағы ике йылға  эш хаҡы алына.   Ошо сумма 730 йәки 731 һанына (ике йылдағы көндәр иҫәбенә) бүленә.  Ҡатындың йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускылағы, шулай уҡ бала ҡарау буйынса отпускылағы һәм больничныйҙағы ваҡыты иҫәпкә алынмай.  Был пособиены иҫәпләгәндә стаж мөһим түгел, ул һәр ваҡыт  эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнә. 

2024 йылда Башҡортостан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие түләүгә 3 млрд һумдан ашыу аҡса  бүлгән.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: