Унда район-ҡала башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре, министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, БДБҠ-ның Президиум һәм Башҡарма комитет ағзалары йыйылды һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләне.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙе менән асты һәм Ватанды һаҡлаусылар йылы иғлан ителеү менән бәйле, милләттәштәребеҙҙе туплау, берләштереү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатынан йәмәғәт ойошмаһы алдында торған бурыстарҙы билдәләне, стратегик сессия эшендә һөҙөмтәле эш йүнәлештәре билдәләргә саҡырҙы.
«Бөгөн бөтәбеҙҙең маҡсаты бер - еңеүҙе яҡынайтыу. Беҙҙең йәмәғәт ойошмаһы был эшкә үҙ өлөшөн индерҙе һәм индерә. Шуға күрә быйыл беҙ республиканың төрлө райондарынан ҡаһарманлыҡ күрһәткән, махсус хәрби операция яландарында батырлыҡ күрһәткән яугирҙарыбыҙҙың тарихын дөйөм тема аҫтында берләштерергә планлаштырабыҙ», – тине йылдың маҡсатын билдәләп Эльвира Ринат ҡыҙы.
Ватанды һаҡлаусылар йылын, Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуҙы билдәләү ҡоролтайҙың комиссияларынан, ағзаларынан әүҙем эш талап итеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Ринат Күлтоманов был йылдың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын әйтеп китте.
«Илдә ниндәй генә һуғыштар булмаһын, беҙҙең башҡорт халҡы тыуған ерен, Ватанын, иленең мәнфәғәттәрен яҡлап, традицияларын һаҡлап, һәр саҡ алғы һыҙыҡта йөрөгән. Беҙ үҙ геройҙарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ватанды һаҡлаусылар йылы уларға ихтирам, хөрмәт белдереү билдәһе генә түгел, беҙҙең илһөйәрлекте, ватансылыҡ традицияларын быуындан-быуынға тапшырып, һаҡлап килеүебеҙҙе хәтергә төшөрөү ҙә. Был йыл беҙҙең киләсәкте хәстәрләгән берләшеү йылы ла булһын ине», – тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ағзаһы, журналист, шағирә Лариса Абдуллина үҙенең сығышында махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайтҡандан һуң үҙенең тәҫораттары менән уртаҡлашты.
– Махсус хәрби операцияға журналист булараҡ барғанда, егеттәр менән бергә бер блиндажда йәшәп, мин уларҙың ниндәй тойғолар кисергәнен тойҙом. Төрлө милләттән булған ошо яугирҙарҙың үлем менән осрашҡанда , донъяға, илгә мөнәсәбәттәре икенсе. Ҡайһы берҙәре бурысҡа батып, аҡса өсөн килһәләр ҙә, беҙ ил , дәүләтселек ҡиммәтен ошонда аңланыҡ, ғүмерлек сәфәр булды, тиҙәр. Тылдың да фронты бар. Беҙҙең һәр беребеҙҙең ошо темаға инеүе кәрәк,– тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Ватанды һаҡлаусылар йылында ҡоролтай ниндәй саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин саралар планы, методик күрһәтмәләр менән таныштырҙы. Йәмәғәт ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт батальондары һәм республика яугирҙары батырлыҡтары тураһында «Башҡортостан Ватан һағында» исемле китап нәшер итәсәк. Шулай уҡ йәш быуында илһөйәрлек , Ватан тарихына һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан МХО ҡаһармандары тураһында иншалар, һүрәттәр, ғилми-тикшеренеү эштәре , «Беҙ – ҡаһарман яугирҙарҙың вариҫтары» конкурстары, мәктәптәрҙә яугирҙарға арналған тематик дәрестәр үткәреү, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһын яугирҙарына бағышланған экспозиция ойоштороу, кавалеристарҙың исемлеген тулыландырыу ҡаралған.
Сарала алдағы биш йылға йәмәғәт ойошмаһының проект эшмәкәрлеге буйынса «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһы үтте. Унда ҡатнашыусылар бер-береһе менән асыҡ диалогта алда эшләнәсәк эштәрҙе барлап, уларҙы хәл итеүҙең юлдарын эҙләне.
Юлай Кәримов фотолары