Билдәле булыуынса, өс һәм унан да күберәк бала , инвалид бала тәрбиәләгәндәр ер участкалары алырға хоҡуҡлы.
Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы етәксеһе урынбаҫары Фәниә Нафиҡова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа белдереүенсә, 2011 йылдан республикала льгота алыу өсөн бөтәһе 96,5 мең ғариза килгән. Уларҙың 73,5 меңе ер менән тәьмин ителгән йәки 250 мең һум компенсация алған. Бындай ярҙам сараһын индереү сиратты кәметкән: күптәр тап аҡсаға өҫтөнлөк бирә, өҫтәүенә 2022 йылдың июленән был аҡсаны ипотека буйынса тәүге иғәнә өсөн тотонорға мөмкин.
Иң күп участкалар – Яңауыл, Иглин һәм Мишкә райондарында. Баш ҡалабыҙҙа ер алыуға сират ҙур. Өфөләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һуңғы өс йылда 4,3 мең участка булдырған.
Уҙған йылда республикала бөтәһе 1216 ғаиләгә ер өсөн аҡса түләнгән, был, 2021 йылға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк (398). 2025 йылда бындай түләүҙәр өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүленгән.