Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2025, 09:10

"Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ"

Бөрйән районының Нәби ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарға борщ менән сәк-сәк әҙерләгән.

"Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ""Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ"
"Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ"

Махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә Бөрйән районының Нәби мәктәбе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың әүҙем, битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары Гөлдәр Вәлиева, Асия Хисаметдинова, Гөлфинә, Ғәрифә Һатыбаловалар, Наилә Әхмәтова, Фәилә Сәлтәшева, Әлмира, Гөлсинә, Әминә Ибатуллиналар “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһына ҡушылған.

Һәр кем өйөнән бешеренеү кәрәк-яраҡтары алып килеп, мәктәп ашханаһында борщ бешереп консервалағандар. Сәксәкте Асия Хисаметдиноваларҙың өйөндә газ плитәһендә бешереп әҙерләгәндәр.

МХО-ға ярҙамды Нәби ауылы ветерандар советы менән берлектә быға тиклем дә маскировка селәтәрҙәре үреп тапшырыу булһынмы, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, йыуыныу кәрәк-яраҡтары йыйып тапшырыу булһынмы, нәбиҙәр гуманитар ярҙам йыйыуҙа  һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.

- Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен өсөн бар хәлебеҙсә тырышабыҙ, – ти, ауылдың ветерандар советы рәйесе Хәмдиә апай Һатыбалова.

 

 

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.

"Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ"
"Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ"
"Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ"
"Бар хәлебеҙсә ярҙам итәбеҙ"
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас