Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 14:32

Йоҙроҡ та ҡурҡыныс "ҡорал"

Стәрлетамаҡта 31 йәшлек ир төнгө клубта ҡыҙҙы көнләшеп, икенсе ирҙең башына ике тапҡыр йоҙроҡ менән һуға. Һуғыуҙан аңын юғалтып, комаға киткән ир 31 ғинуарҙа дауаханала йән биргән.

Йоҙроҡ та ҡурҡыныс "ҡорал"
Йоҙроҡ та ҡурҡыныс "ҡорал"

Был факт буйынса енәйәт эше асылған. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелә: тәфтишселәр эш буйынса дәлилдәр базаһын йыйыуҙы дауам итә, суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һорау алына.

Суд ирҙе тикшереү ваҡытында өйҙәге аресҡа хөкөм иткән. 

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: