Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 21:00

Ниндәй һүҙҙәр әйтеп

Ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатайым һуң Яуға киткән һалдат әсәһен? Ҡулдан килһә, шатлыҡ төҫөн сигеп, Бәйләр инем йөрәк яраһын! Тылсым ингән бармаҡ осом менән Һаҡ ҡағылып маңлай һырына – Көйләр инем ҡайғы баҫыр көйҙө... Юҡ икән шул ундай йыр ғына! Таң атҡанда ысыҡ һыуҙарын йыйып, Йыуһам әгәр йәшле күҙҙәрен – Уятырмы өмет күңелендә... “Бар ҙа үтер” ... – тигән һүҙҙәрем? Көс-ҡөҙрәтем булһын ине лә бит Туҡтатырлыҡ ерҙә һуғышты – Бар йыһанды урап сығыр инем, Ҡайтарып мин тыныс тормошто. Нисек итеп йыуатырға икән? – Ҡайғы баҫҡан һалдат әсәһен. Булмаҫтыр ул! ... Тынысланыр өсөн Кәрәк уға ҡосоу балаһын! Фәйрүзә Саяпова

Ниндәй һүҙҙәр әйтеп
Ниндәй һүҙҙәр әйтеп

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: