Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 17:34

Мортаза Рәхимовҡа арналды

Күгәрсен районының Тәүәкән мәктәбендә йыл һайын февраль башында "Рәхимов аҙналығы" ойошторола.

Мортаза Рәхимовҡа арналды
Мортаза Рәхимовҡа арналды

Сөнки 7 февраль Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған көнө. 

"Был аҙналыҡта төрлө конкурс иғлан ителә, күргәҙмәләр эшләй. Быйыл беренсе тапҡыр мәктәп кимәлендә "Рәхимов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Был сарала район кимәлендә төрлө фәнни эштәр менән призлы урындар яулаусы уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. 10-сы класс уҡыусыһы Аделина Хәсәнова "Президент тураһында тәүге роман", 11-се класс уҡыусыһы Әлиә Ғафарова "Аграр династия", 11-се класс уҡыусыһы Илүзә Әбдрәхимова "Тәүәкән ауылының ер-һыу атамалары", 5-се класс уҡыусыһы Вәсим Ғөбәйҙуллин "Рәхимовтар шәжәрәһе" темаларына тикшеренеү эштәрен яҡланы.

Баһалама ағзалары Адҽлинаны ҽңҽүсҽ тип билдәләнҽ.
Уҡыусаларыбыҙға артабан да фәнни йүнәлештә уңыштар теләйбеҙ. Икенсе йыл ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк булыр, тип уйлайбыҙ", - тип яҙалар "Бәйләнештә"ге ауыл төркөмөндә.

Әйткәндәй, Тәүәкән "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша.

Фото: Трезвое село 2024 Таваканово.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: