"Берҙәм Рәсәй" партияһының Өфөләге ижтимағи булышлыҡ итеү штабында уҙған осрашыу ярайһы йәнле үтте. Республиканың район һәм ҡалаларындағы матбуғат саралары вәкилдәре видеобәйләнеш аша ҡатнашты.
Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, былтыр социаль әһәмиәттәге закон проекттары күп булған. Шулар араһында, әлбиттә, тәү сиратта ҡаралғандары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса.
Депутат быйыл тикшереү күҙалланған закон башланғыстарына байҡау яһаны. Улар күп. МХО-ға бәйлеләре лә бар. Бынан тыш, "Ҡулланыусылар тураһында"ғы законға үҙгәрештәр индереү буйынса әҙерлек бара. Депутаттар интернеттан тауар алыусыларҙы яҡларға ниәтләй.
Байғусҡаров матбуғат баҫмаларының тиражын һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек хаҡында ла бәйән итте. Парламентарий үҙе бәләкәйҙән гәзит-журнал уҡып үҫкәнлектән, был темаға айырыуса етди ҡарай. Тимәк, тиҙҙән унан яҡшы яңылыҡ көтөргә була.
Журналистар уға Башҡортостанда алтын сығарыуға бәйле һорауҙы ла бирҙе. Беләһегеҙ, файҙалы ҡаҙылмалар табыуға вәхшиҙәрсә ҡараусы компаниялар ҙа булды. Әле ярай, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса проблема яйға һалынып килә. "Был тәңгәлдә эшләйһе эш күп", - ти депутат.
Әйткәндәй, Зариф Закир улының тағы бер яуаплы эше бар - ул "Башҡортостан Республикаһының ирҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Яуаплы, сөнки ир-егеттәр менән дә эшләргә кәрәк. Юҡһа, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары күберәк кеүек.
"Мөһим эштәрҙән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберен ҡарап тәрбиәләүҙе әйтер инем. Был эш ысынлап та иғтибар талап итә. Ике мең самаһы ҡәберҙе тәртипкә килтерҙек. Экологик йүнәлештәге тағы бер әһәмиәтле эшебеҙ - күлдәребеҙҙе таҙартыу. Талҡаҫ, Асылыкүл буйына ҡарағайҙар ҙа ултырттыҡ. Беҙгә ҡушылырға саҡырабыҙ", - ти ул.
Депутат фекеренсә, халыҡ менән осрашыуҙарҙың файҙаһы ҙур. Хатта күп закон башланғысы тап шул осрашыуҙарҙа тыуа ла.
"Журналистар менән эшләүгә лә әһәмиәт бирәм", - тип тамамланы һүҙен. Осрашыу аҙағында тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә шәхси бүләктәрен, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Федераль кимәлдә эшләүсе яҡташ парламентарийға емешле эшмәкәрлек, халыҡ мәнфәғәтенә файҙалы закондар әҙерләүҙә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: З. Байғусҡаровтың матбуғат хеҙмәте.