Цифрлы һумдар менән файҙаланыуҙан баш тартыу тураһында бер ниндәй ҙә махсус ғариза тултырырға һәм күп функциялы үҙәккә илтергә кәрәкмәй. Күп функциялы үҙәктең һанлы һум иҫәптәрен асыуға бер мөнәсәбәте лә юҡ.
Һанлы янсыҡты (һанлы һумды ҡулланыу өсөн иҫәп) кеше үҙ теләге менән һәм цифрлы һум платформаһына тоташтырылған банктың мобиль ҡушымтаһы аша ғына аса ала. Бер кем дә бындай янсыҡтарҙы автоматик рәүештә асмай. Әгәр кеше кәрәк тип тапмаһа, ул һанлы һум иҫәбен асмаҫҡа мөмкин. Был хаҡта Рәсәй банкының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Һанлы һум 2025 йылда киң ҡулланылышҡа индерелергә тейеш.
Фото: habr.com