Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2025, 03:55

«Ҡышҡы яҙҙан» һуң йәнә ҡыш етә

Көндәр ныҡлап һыуытасаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар.

«Ҡышҡы яҙҙан» һуң йәнә ҡыш етә«Ҡышҡы яҙҙан» һуң йәнә ҡыш етә
«Ҡышҡы яҙҙан» һуң йәнә ҡыш етә

Бөгөн ҡайһы бер райондарында ҡар һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Томан, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә. Һауа  температураһы төндә -1,-6, көндөҙ +1,-4 градус булыуы көтөлә.

 4 февралдә республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙа боҙлауыҡ һаҡланасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан уртаса тиҙлектә. Һауа температураһы төндә -3, -8, көндөҙ 0, -5 градус булыуы көтөлә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас