Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2025, 09:15

"Теймәгеҙ миңә!"

...Полиция хеҙмәткәрҙәре муттар йоғонтоһона эләккән ҡатынды урамда эҙләп табып, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ, һеҙ енәйәтселәр менән һөйләшәһегеҙ, тип уны тыйырға маташа. Әммә ашнаҡсы ҡатын, хас та гипноз аҫтында кеүек, уларҙан ҡасырға ынтыла, тиҙерәк банкоматҡа барып, ҡулындағы 100 мең һумды "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә теләй. Ошо турала мәғлүмәт сайтта. 

"Теймәгеҙ миңә!""Теймәгеҙ миңә!"
"Теймәгеҙ миңә!"

Нефтекама полицияһының дежур часына кафе администраторынан уларҙың хеҙмәткәре телефон муттары менән бәйләнештә булыуы тураһында хәбәр килә. Оператив дежур шунда уҡ күрһәтелгән адрес буйынса участковыйҙарҙы - полиция майоры Эльмир Сәрүәровты һәм полиция кесе лейтенанты Азалия Фәтхлисламованы ебәрә. Полиция хеҙмәткәрҙәре адрес буйынса барып еткәс, кафела ашнаҡсыға "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы вәкилдәренән шылтыратыу булыуы хаҡында һөйләйҙәр. Беҙ уны иҫкәртергә тырыштыҡ, һөйләшеүҙе өҙөргә ҡуштыҡ, әммә беҙҙе тыңламаны, телефон әңгәмәләшенең генә күрһәтмәләренә тулыһынса буйһоноп, сығып китте, тиҙәр.

Полиция хеҙмәткәрҙәре 100 мең һум аҡса тотоп алған 45 йәшлек ҡатынды урамда эҙләп тапҡан мәлдә, ул билдәһеҙ кеше менән видеоэлемтә аша аралашыуын дауам иткән була. Енәйәтсе уға тиҙерәк банкоматҡа барырға һәм мессенджер аша ебәрелгән иҫәпкә аҡса күсерергә кәрәклеге тураһында әйтә.

Енәйәтсе видео аша полиция хеҙмәткәрҙәрен күреп ҡалып, уларҙың һүҙҙәрен ишеткәс, ҡатынға, һинең яныңда ялған полицейскийҙар, ҡас уларҙан, тип ашыҡтыра башлай. Муттың йоғонтоһо аҫтында булған ҡатын участковыйҙар менән һөйләшергә теләмәй, телефонын бирмәҫкә, ҡасырға маташа. Участковыйҙарға ҡатындың телефонын тартып алыуҙан башҡа сара ҡалмай. Шулайтып ҡына улар ашнаҡсыны ысынбарлыҡҡа ҡайтара алалар.

Иҫенә килгән ҡатындың һөйләүе буйынса, уға "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында аккаунтығыҙ ябылған, тип шылтыратҡандар, смс-паролде һорап алғандар. Һуңынан уны, енәйәтселәр кредит картаһынан аҡсағыҙҙы алалар, тип ҡурҡыталар һәм бөтә сумманы үҙенә алырға ла, банкомат аша "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерәләр.

Хеҙмәттәштәре менән полиция хеҙмәткәрҙәренең ваҡытында ҡыҫылыуы арҡаһында ғына ҡатын аҡсаһын һаҡлай ала.

Участковыйҙар ҡатын менән профилактик әңгәмә үткәргән, уның барышында төп мутлыҡ схемалары һәм енәйәтселәрҙең хәйләләре тураһында һөйләгән. Ҡатын хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтле, ҡыуанып та бөтә алмай.

Мутлашырға маташыу факты буйынса әлеге ваҡытта тикшереү саралары үткәрелә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас