Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2025, 09:45

Ир менән ҡатын талашҡанда кем зыян күрә?!

Был осраҡта ирҙең ҡәйенбикәһе зыян күргән - дауаханаға эләккән.

Ир менән ҡатын талашҡанда кем зыян күрә?!Ир менән ҡатын талашҡанда кем зыян күрә?!
Ир менән ҡатын талашҡанда кем зыян күрә?!

2024 йылдың июнендә Әлшәй районында никахһыҙ йәшәгән ир менән ҡатын араһында ғауға ҡуба. Бәхәс барышында иҫерек ир "Мазда CX7" машинаһына ултыра ла, артҡа хәрәкәт итә башлай һәм автомобилдең асыҡ ишеге менән ҡатындың апаһын бәрҙерә.

Һөҙөмтәлә зыян күреүсенең ҡабырғалары һына, һаулығына ауыр зыян килтерелә.

Судья уға шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм итеү (шул уҡ осорға һынау срогы менән), машина йөрөтөү менән бәйле эштән 2 йылға мәхрүм итеү, шулай уҡ дәүләткә сит ил автомобилен конфискациялау кеүек яза тәғәйенләй.

Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас