Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2025, 05:16

Былтыр Башҡортостанда 1,2 мең километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелгән

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ла юлдар даими яңыртыла.

Былтыр Башҡортостанда 1,2 мең километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелгәнБылтыр Башҡортостанда 1,2 мең километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелгән
Былтыр Башҡортостанда 1,2 мең километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелгән

Былтырғы яҡынса һөҙөмтәләр шул: 1,2 мең км юл тәртипкә килтерелгән, 60 км автомобиль юлы реконструкцияланған, 800 погон метр күпер һәм юл үткәргес ремонтланған.

«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли преокты буйынса 212 км юл норматив хәлгә килтерелгән һәм 199 погон метр өс яһалма ҡоролма йүнәтелгән.

БР Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров кәңәшмәлә белдереүенсә, былтыр республиканың Юл фонды 33 миллиард һум тәшкил иткән. Шуның 4 млрд һумдан ашыуы - федераль ҡаҙна аҡсаһы.

Юлдарҙы тәртипкә килтереү эше быйыл да әүҙем дауам итәсәк.

Фото: Минтранс РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас