Ғаиләләләге етенсе ҡыҙ булып донъяға килгән балаға Наҙгөл тип исем ҡушҡандар.
12 балаға ғүмер биргән бәхетле әсәй Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән район дауаханаһы табиптарына ла ҙур рәхмәт белдерә.
Гөлназ Фәнил ҡыҙына «Әсәлек даны», «Герой-әсә» миҙалы тапшырылған. Бала тәрбиәләүҙәге уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн ғаилә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына ла эйә.