Уҙған йылдың йәйендә Чебоксар ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр идаралығына муттың ҡорбаны булған кешеләр мөрәжәғәт итә башлай. Мутлашыусы бер иргә автомобиль һатып алыуҙа ярҙам итергә вәғәҙәләй, икенселәренә Төркиәгә осһоҙ турҙар тәҡдим итә.
Чебоксар ҡалаһының оперативниктары элек хөкөм ителгән Өфө кешеһен ҡулға алып, тикшереү эштәре үткәреү өсөн Чебоксарға алып килгәс, 26 йәшлек енәйәтсенең Краснодар крайы суд органдары тарафынан ошондай уҡ енәйәттәр өсөн эҙләнеүе асыҡлана. Һөҙөмтәлә, иргә суд видео аша бер үк ваҡытта ике ҡалала була: Ейск ҡалаһында һәм Чебоксар ҡалаһының Ленин район судында.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001658083130